+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
6 Октябрь 2023, 08:00

Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте

Урмандағы терпе, әтәс, төлкө, тейен һәм айыу ауырып китә. Ярҙам һорап, улар бал ҡорттарына бара. Ниндәй кәңәш бирер йәнлек-хайуандарға кескәй бөжәктәр?

Бал ҡорттары дауаланырға өйрәттеБал ҡорттары дауаланырға өйрәтте
Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте

Был һорауға яуапты баш ҡалабыҙҙың 99-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре эҙләне. Етенсе төркөм бәләкәстәре ата-әсәләренә Көҙ байрамы әҙерләгәйне.

Тәрбиәселәре Зәриә Рәдис ҡыҙы Яҡупова һәм Татьяна Михайловна Зубаревич менән бергәләп балалар йырлап та, бейеп тә күрһәтте. Музыканан белем биреүсе Гөлназ Рәмил ҡыҙы Нәсибуллина ҡайһылай күп һөнәрҙәр өйрәткән үҙҙәренә!

Шулай итеп, көҙгө һалҡындарҙа бал ҡорттары витаминдар ҡабул итергә кәңәш итте. Кемеһенәлер алма һуты, йүкә балы бирҙеләр, икенсеһенә – ҡурай еләге ҡайнатмаһы һалынған ҡайнар сәй... Һырғанаҡта ла витаминдар күп икән! Үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләкте ҡулланһаң, ауырымаясаҡһың, вәт. Кескәйҙәр ҙә ауырымаһын, уйнаһын, уҡыһын, күңел асһын!

Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте
Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте
Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте
Бал ҡорттары дауаланырға өйрәтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас