+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
2 Ноябрь 2023, 14:00

Музейға сәйәхәт

I синыф уҡыусылары районыбыҙҙа урынлашҡан тарих-тыу­ған яҡты өйрәнеү музейына барҙы. Ҡиммәтле экспонаттар тупланған был урын патриотик тәрбиә үҙәге булып тора.

Музейға сәйәхәтМузейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт

Музей хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәрҙе дүрт зал менән яҡындан таныштырҙы. Уларға айырыуса этнография бүлеге оҡшаны. Унда балалар үҙҙәренә таныш булмаған әйберҙәрҙең тәғәйенләнеше һәм ҡулланылышы тураһында белде. Ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм көнкүреше, боронғо йолалары менән таныштылар. Үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарын биреп, тулы мәғлүмәт алдылар. Райондан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында ла белделәр.
Ошондай йөкмәткеле экскурсия ойошторғандары өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Музейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас