+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
3 Ноябрь 2023, 12:00

Әсәйҙәргә арнап

Баймаҡ районы Күсей мәктәбе уҡыусылары яҙа.

Әсәй, әсәйем, әсәкәйем!
Һәр көн һиңә һаулыҡ юрайым.
Ғәзиз әсәйемдең йылыһынан
Айырмаһын мине Хоҙайым!
«Балаларым көс-дәрт бирә»
Тигән йырлы, яҡты һүҙҙәрен
Ишетеүҙән һис тә туйып булмай,
Ҡосаҡлаһа – тоям йөрәген!
Ошо ергә тыуҙырғаның өсөн
Рәхмәт, әсәй, рәхмәт Хоҙайға.
Йәшәүемә йәм өҫтәүсе кешем –
Барһың әле, әсәй, улай ҙа!

Асия ИГЕБАЕВА.

***

Әсәйемде бик яратам,
Эшкә китһә, һағынам.
Китмәһен тип тағы ла,
Ҡайтһа, уға һыйынам.
Әсәй өйҙә булған саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле.
Яҡты нурлы, йылы ҡояш
Көлөп торған шикелле.

Зилиә САФИНА.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: