+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Ноябрь 2023, 13:43

"Бөркөт-лидер","бөркөт-спортсы"...

Илебеҙҙә 2021 йылдың сентябренән “Рәсәй бөркөттәре» проекты тормошҡа ашырыла.

"Бөркөт-лидер","бөркөт-спортсы"...
"Бөркөт-лидер","бөркөт-спортсы"...

Миллиондан ашыу башланғыс синыф уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе берләштерә ул.
Кескәйҙәр педагогтар ярҙамында 7 йүнәлеш буйынса ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, "бөркөт" исемен яуларға тырыша. Мәҫәлән, "бөркөт-лидер", "бөркөт-эрудит", "бөркөт-оҫта", "бөркөт-спортсы", "бөркөт-эколог" һәм башҡалар.
Башҡортостан проектҡа 2021 йылдың сентябренән ҡушылды. «Рәсәй бөркөттәре» сафына инеүселәр һаны артҡандан-арта. Яңыраҡ Бөрйән районының Яңы Монасип мәктәбе уҡыусыларын да ҡабул иттеләр. Проекттың пландары ҙур. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшә, һәләттәрен күрһәтә, үҫтерә ала.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

"Бөркөт-лидер","бөркөт-спортсы"...
"Бөркөт-лидер","бөркөт-спортсы"...
Автор:
Читайте нас: