+6 °С
Облачно
VKOKМакс
Тирмәкәй
31 Декабря 2023, 13:00

Мөғжизә көткәндә

Шыршы байрамын барыбыҙ ҙа ярата. Ул өлкәндәрҙе бала саҡ иленә алып ҡайта. Ә инде бәләкәстәр был байрамдан ниндәйҙер тылсым һәм мөғжизә көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөғжизә көткәндәМөғжизә көткәндә
Мөғжизә көткәндә

«Ҡояшҡай» төркөмө кескәйҙәре лә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы һағынып ҡаршыланы. Атай-әсәйҙәре менән бергәләшеп төркөмдө байрамса сағыу итеп биҙәп тә ҡуйҙылар. Ҡупшы шыршы, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу тураһында шиғырҙар ятланылар, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнделәр. Төрлө йәнлек битлектәрен, костюмдарын әҙерләнеләр.
Шыршы байрамы күңелле үтте, Ҡыш бабай бүләк һәм күстәнәстәр таратып, кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас