+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Декабрь 2023, 20:00

Рәсем түңәрәгендә

Әбделмәмбәт мәктәбенең III синыфы уҡыусылары үҙҙәрендәге рәсем түңәрәгенә йөрөй. Уны Земфира Ғәлимйән ҡыҙы Ғөбәйҙуллина алып бара икән.

Рәсем түңәрәгендә
Рәсем түңәрәгендә

Миңә – 9 йәш, яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Аҙна һайын һүрәт төшөрөү түңәрәген көтөп алам. Ул «Тылсымлы бумала» тип атала. Уҡытыу­сыбыҙ һүрәт төшөрөү серҙәрен ихлас өйрәтә. Бигерәк тә полиэтилен тоҡсай ярҙамында эшләгәндәребеҙ ҡыҙыҡ та, матур ҙа килеп сыға. Дуҫтар, ә һеҙ рәсем төшөрөргә яратаһығыҙмы?

Фәриҙә ҒӘЛЕКӘЕВА.

Был түңәрәккә мин өсөнсө йыл йөрөйөм. Земфира Ғәлимйән ҡыҙы аңлатҡан һәр теманы иғтибар менән тыңлап ҡына ултырам. Миҙгелдәргә, төрлө байрамдарға арналған һүрәттәрҙе ҙур теләк менән төшөрәбеҙ. Ябай рәсем дәресендәге кеүек ҡәләм, бумала менән генә түгел, ә йомарланған ҡағыҙ киҫәге, мамыҡлы таяҡсалар, көпшәләр ярҙамында ҡыҙыҡлы һүрәттәр тыуа.

Илүзә МӨХӘМӘТҠОЛОВА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: