+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Декабрь 2023, 12:00

Тырыш малай, шуҡ малай

Быйыл Кәрим беренсе синыфҡа уҡырға килде. Үҙе һөйкөмлө генә бала. Ипләп кенә уны күҙәтә башланым. Бик шуҡ, шаян, тиктормаҫ малай булып сыҡты. Бер генә минут та, секунд та тын тора белмәй. Мәктәптә уҡытыусы ҡуш­ҡан эште тиҙ генә эшләп бөтөрә лә шуҡлыҡ уйлай башлай.

Тырыш малай, шуҡ малай
Тырыш малай, шуҡ малай

Кәрим күп балалы Бәхтигәрәевтәр ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ике ағаһы һәм бер апаһы бар.
Әсәһе – балалар йортонда, ә атаһы янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләй.
Был ғаилә күп итеп мал аҫрай. Балалар атай-әсәйҙәренән эшкә өйрәнеп үҫә.
Кәримдең яратҡан шөғөлө – шахмат уйнау. Күптән түгел бейеү түңәрәгенә йөрөй башланы. Ул бөтә ергә лә өлгөрә, бер эштән дә ҡурҡмай.
Йылдар үткәс, уҡыусым Кәрим дә Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим кеүек билдәле шәхес булыр әле!

Рәзифә ЮЛДАШЕВА, I «Б» синыфы етәксеһе.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: