+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Ғинуар , 10:00

Йәш әлибаевсылар

Баҡсабыҙҙа кескәйҙәрҙе илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләргә, үҫтерергә тырышабыҙ. Шул маҡсаттан мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә «Йәш әлибаевсылар» проекты тормош­ҡа ашырыла.

Йәш әлибаевсылар
Йәш әлибаевсылар

Балалар менән ҡаланың мәғариф бүлегендәге Әҙеһәм Әлибаевҡа арнал­ған стеланы барып күрҙек. Яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Дан орденының тулы кавалеры, айырым миномёт полкы элемтәсеһе, старшина тураһында күпте белеп ҡайттыҡ. Әҙеһәм Ғәли улы уҡытыусы, шағир ҙа булған. Кескәйҙәр уның тормош юлы, ижады менән дә танышты.
Шулай уҡ Еңеү паркына, тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. 5-се мәктәптән килгән VII «А» синыфының йәш кадеттары менән осрашыу ҙа онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Хәрби кейемдәге ағай-апай­ҙарының ышаныслы, тигеҙ итеп атлап йөрөүе, ҡумыҙҙа уйнауы, автоматты тиҙ генә һүтеп-йыйыуы һоҡландырҙы.
Йәш әлибаевсылар ҙа ҡунаҡтарға матур сығыш әҙерләгәйне. «Ерҙән һалдат атлай» йырын ихлас башҡар­ҙылар.

Гөлсинә ЗӘЙНУЛЛИНА,
уҡытыусы-логопед.
Баймаҡ ҡалаһы, «Толпар» балалар баҡсаһы.

Йәш әлибаевсылар
Йәш әлибаевсылар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: