+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
8 Февраль , 15:45

Һеҙ ҙә икмәк ҡыйырын кимерергә яратаһығыҙмы?

Өфө магазиндарының береһендә тәмләп тороп икмәк ҡыйырын кимереп ултырған был сабыйҙар – апайлы-ҡустылы Дилмөхәмәтовтар. Заринаға – 3, Ризуанға 1 йәш тулған.

Һеҙ ҙә икмәк ҡыйырын кимерергә яратаһығыҙмы?
Һеҙ ҙә икмәк ҡыйырын кимерергә яратаһығыҙмы?

– Ошолайтып икмәк тоттороп ҡуйһаҡ, магазинда сират көткәндә балалар тыныс ҡына ултыра. Был – йәш атай-әсәйҙәр өсөн шәп лайфхак, – тип йылмая бәләкәстәрҙең атаһы Заһир Миңлеғәле улы.

– Балаларҙың был ғәҙәтен стоматологыбыҙ ҙа хуплай. Ҡаты ризыҡ кимереү тештәрҙе нығыта икән, – тип һүҙгә ҡушыла әсәләре Ғәлиә Риза ҡыҙы.

Дуҫтар, һеҙ ҙә магазиндан ҡайтышлай икмәк ҡыйырын кимерергә яратаһығыҙмы?

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: