+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
23 Февраль , 18:00

Атайҙарҙы саҡырғандар

Белорет ҡалаһының "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған күңелле уйындар үткән. Был хаҡта блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова хәбәр итә.

Атайҙарҙы саҡырғандар
Атайҙарҙы саҡырғандар

“Балалар баҡсаһы үткәргән байрамдарға йөрөргә яратам. Балаларҙың ихласлығыыы! Йырлап, бейеп, шиғыр һөйләүҙәре үҙе ни тора! Уларға ҡарап, үҙең дә бала кеүек шатланаһың, көләһең”, – ти ул.

Был юлы атайҙар менән бергә ярышҡандар. Шау-гөр килеп уйнап, яҡшы кәйеф булдырғандар.

Байрамды Динә Нуритдин ҡыҙы Әҙелмурзина ойошторған. Ул балалар баҡсаһында физкультура дәресе алып бара, шахмат серҙәренә лә төшөндөрә. Бөтә ата-әсәләр исеменән рәхмәт, ти Гөлфиә Мөхәмәтдинова.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: