+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Февраль , 16:00

Ҡоштарға ярҙам итәбеҙ

Ҡышлаусы ҡоштарға ер ҡар менән ҡапланған һал-ҡын ваҡыттарҙа аҙыҡ табыуы ауырлаша. Шуға ла уларға ярҙам итергә кәрәк.

Беҙ был мәлдә тағараҡтар эшләп ағас­тарға эләбеҙ. Унда көнбағыш, бойҙай, икмәк валсыҡтары һалабыҙ.
Ҡоштар беҙгә рәхмәт әйткән төҫлө, башҡайҙарын эйә-эйә, тәмләп тороп ашай. Уларҙы күҙәтеүе миңә бик оҡшай. Ҡанатлы дуҫ­ҡай­ҙар эргәһендә бөтә донъяңды онотоп оҙаҡ торорға була.
Ашап бөткәс тә осоп китергә ашыҡмайҙар. Тағы һораған һымаҡ, көтөп ултыра бирәләр. Туйғас, күңелдәре булып, ҡоштар яйлап осоп китә.
Ҡышын уларға ярҙам итәйек, дуҫтар!

Кәримә АҠМАНОВА, III «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: