+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
6 Март , 12:55

Кескәйҙәрҙә матур сара – "Сәскәләр – беҙҙә ҡунаҡта"

Ҡалабыҙҙың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында "Сәскәләр – беҙҙә ҡунаҡта" исемле  сара ойошторолдо.

Кескәйҙәрҙә матур сара – "Сәскәләр – беҙҙә ҡунаҡта"
Кескәйҙәрҙә матур сара – "Сәскәләр – беҙҙә ҡунаҡта"

Үҙҙәренә өс-дүрт кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, "Ҡояшҡай" төркөмө кескәйҙәре тәрбиәсе апайҙары менән берлектә бик сағыу, үҙенсәлекле кисә әҙерләгән. Улар ҡәҙерле кешеләрен ҡотлап йырланы, бейене. Матур-матур  шиғырҙар  һөйләнеләр.
Балалар баҡсаһы мөдире Розалиә Ғәлийән ҡыҙы Иҙрисованың  ҡотлау һүҙҙәре, тәрбиәселәребеҙ Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙы Солтанова һәм Эльвира Фаяз ҡыҙы Япанованың сараны күңелле, йөкмәткеле итеп алып барыуҙары, музыка  белгесе Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ҡунаҡбаеваның көй-моңдары әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Был күркәм сара барыбыҙға ла байрам кәйефе бүләк итте.

  Тәрбиәселәребеҙгә уңыштар, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ! Беҙҙең балаларға һалынған көс-хеҙмәттәренең емешен күрергә яҙһын, Алла бирһә!

 

Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА. 

Сибай ҡалаһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: