-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Тирмәкәй
27 Апреля 2024, 04:05

Хуш бул, Әлифба!

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының беренселәре гөрләтеп «Әлифба» байрамын үткәрҙе. Әйткәндәй, улар әлифба дәреслеген күптән инде уҡып бөттө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хуш бул, Әлифба!Хуш бул, Әлифба!
Хуш бул, Әлифба!

– Байрамға уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәрен саҡырҙыҡ. Ба­лалар яратҡан беренсе китабы хаҡында ихлас шиғырҙар һөйләп, йырҙар башҡарҙы.
Беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған ололарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Улар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине. Атай-әсәйҙәр изге теләктәрен әй­теп, татлы бүләктәр ҙә тапшырҙы, – ти уҡытыусылары Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова.
Шундай иҫтәлекле байрам үткәргән беренселәр. Ҡарағыҙ әле, сәхнәлә лә үҙҙәрен бик оҫта тота улар. 1 сентябрь көнө тәүге тапҡыр мәктәп туп­һаһын ҡыйыуһыҙ ғына атлап ингән кескәйҙәр хәҙер ҙурайҙы инде!
Байрам аҙағында малайҙар, ҡыҙҙар күңелдәре булғансы төрлө көйгә бейеп, йырлап, шатланышып өйҙәренә таралышты.
Уңыштар һеҙгә, беренселәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас