+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Апрель , 13:00

Синыфыбыҙ йондоҙо

Быйыл тағы беренсе синыфҡа уҡыу­сылар алдым.Улар тәүҙә бик бәләкәй, шуҡ, шаян, тиктормаҫ булып күренде. Һәр береһе үҙенекен һөйләй, уҡытыусыны тыңларға ла уйламаған кеүек.

Синыфыбыҙ йондоҙо
Синыфыбыҙ йондоҙо

Ваҡыты менән һуғышырға ла күп һорамайҙар. Шунда бер ипле генә уҡыусыға иғтибар иттем. Бик тыныс һәм сабыр бала ине. Ул Камила булып сыҡты.
Уҡытыусы һөйләгән һәр һүҙҙе иғтибар менән тыңлай, дәрестә бирелгән эштәрҙе еренә еткереп башҡара. Камила – синыфтың старостаһы ла. Ныҡ ярҙамсыл инде үҙе. Уның менән эшләүе еңел һәм рәхәт. Уҡытыу­сыны күҙ ҡарашынан уҡ аңлап тора.
Камила күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһенә лә ярҙам итергә өлгөрә. Һеңлеһен ҡарай, өй йыйыштыра, китап менән дуҫ.
Камила матур итеп шиғыр һөйләй. Мәктәптә үткән конкурстарҙа ла бик теләп ҡатнаша. Беҙҙең синыфтың бәләкәй генә йондоҙо бит ул!



Рәзифә ЮЛДАШЕВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: