+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Апрель , 09:45

Ураҙа байрамында

Был көндө Бөрйән районының «Фурҡан» йәмиғ мәсете алдындағы биләмә балаларҙың шат тауышынан гөрләп тор­ҙо. «Тәсниим» йәш мөслимәләр иттифағы, «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре улар өсөн бик матур сара ойошторҙо.

Ураҙа байрамында
Ураҙа байрамында

Ураҙа байрамына килеүселәр бушлай тәмлекәстәр – кукуруз, попкорн, ҡамырҙағы сосиска, татлы мамыҡ, төрлө һуттар, емеш-еләк һәм ҡамыр аштары менән һыйланды.
Кемдәрҙер хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашып мәж килһә, телгә маһирҙар Ҡөрьән Кәримде ғәрәпсә уҡыу, сүрәләр, хәҙистәр, шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашып бүләкле булды. Майҙандың бер осонда инде аквагрим эшләтеүселәр оҙон сиратҡа баҫты. Хәтәр шәп сара үткәрелде. Ағиҙел буйы гөрләп торҙо.
– Беҙгә байрам ныҡ оҡшай. Ике һеңлем – Сафия һәм Сәлимә менән килдек. Мин үҙем шиғыр конкурсында ҡатнаштым. Ураҙа тураһында шиғыр һөйләп бүләкләндем. Сафия ла йәкшәмбе мәктәбендә яҡшы шөғөлләнгән өсөн бүләк алып һөйөндө. Төрлө тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Панда менән Чебурашканың беҙгә ҡунаҡҡа килеүе – иң ҡыҙыҡлыһы! – ти Иҫке Собханғол мәктәбенең II «А» синыфы уҡыусыһы Аида Ғарипова.
Ураҙа байрамынан барыһы ла ҡәнәғәт таралышты. Донъя­лар тиҙерәк тынысланып, бар ерҙә лә әлегеләй балаларҙың шат тауыштары яңғырап тор­һон, тип теләге килә.

Ураҙа байрамында
Ураҙа байрамында
Ураҙа байрамында
Ураҙа байрамында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: