+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Май , 13:03

Ары лап-лап, бире лап-лап

Был уйынды өй эсендә лә, тышта ла уйнарға мөмкин. Уйнарға теләгәндәр берәүҙе көтөүсе – тапҡырлаусы итеп һайлай. Уның өсөн бер тапҡыр һанашмаҡ әйтеү ҙә етә.

Ары лап-лап, бире лап-лап
Ары лап-лап, бире лап-лап

Уйындың аңлатмаһы. Көтөүсенең күҙен бәйләп иҙән йәки түңәрәк уртаһында ҡалдыралар, ә үҙҙәре ситкә китеберәк ултырышалар ҙа шыбыр-шыбыр һөйләшәләр, йүтәлләйҙәр, ҡайһы саҡта көлөп ебәрәләр. Күҙе бәйләнгән урынынан ҡуҙғалмай ошо тауыштарҙан танып, кемдең ҡайҙа ултыр­ғанлығын тап­ҡырларға тейеш. Әгәр ул береһен дә тапҡырлай алмаһа, уларҙы көлдөрөргә тырыша, берәүгә төбәп түбәндәгеләрҙе әйтә:
– Ары лап-лап, бире лап-лап,
Кейеҙ ҡаплап, һөңгө һаплап,
Ана тора, быҙау кеүек мөңрәп, бышлап.
Ул күрһәткән яҡта кеше булмаһа, йәнә әйтә:
Оҙон аяҡ торналай,
Тора шунда бурҙайҙай,
Бик көлөшкәс һин улай,
Сабит түгелме, ағай? – тип төҫмөрләгән кешенең исемен әйтә. Әгәр дөрөҫ әйтһә, шул кешенең күҙен бәйләйҙәр. Балалар урындарын алмаштыра һәм уйын яңынан дауам итә.

Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» китабынан.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: