+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
29 Август 2024, 11:35

Исеме лә Батырша бит!

Батырша Мөхәмәтғәлин да быйыл I синыфҡа бара. Учалы районы Ҡунаҡбай ауылының балалар баҡсаһына йөрөгәйне ул.

Исеме лә Батырша бит!Исеме лә Батырша бит!
Исеме лә Батырша бит!

 Буласаҡ синыфташтарының күбеһе таныш: йә күрше, йә бер баҡсаға йөрөгән дуҫтар.
Мәктәпкә әҙер инде Батырша. Бөтә тиҫтерҙәре кеүек һанай белә, хәрефтәрҙе ҡушып уҡый ҙа. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Музыка мәктәбенә йөрөп, йыр, рәсем буйынса дәрестәр ҙә алған. Сәнғәткә тартыла ул. Шулай булмай, нәҫелендә бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа бар бит. Батырша атаһы менән “Шайморатов генерал”ды йырлап, конкурста ла ҡатнашҡан. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын белә. Уны ятлап, ауылдағы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында I урын алған.

Быйылғы йәйенең иң иҫтәлекле ваҡиғаһы, моғайын, атаһы менән “Байыҡ” республика телевизион конкрсына барыуы булғандыр. Үҙе кеүек бәләкәй генә бейеүселәрҙең сығыш яһап, шәп бүләктәр алыуын күреп, дәртләнеп ҡайтҡан ул. “Киләһе йылда мин дә “Байыҡ”та ҡатнашам!” Бына – малайҙың хыялы. Ҡатнашыр ҙа, атаһы Марсель Камил улы ошо конкурста Гран-при яулаған бейеүсе бит.
Улының да рухлы егет булып үҫеренә ышаныс ҙур. Исеме лә Батырша бит!

Исеме лә Батырша бит!
Исеме лә Батырша бит!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас