+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
1 Сентябрь 2024, 08:10

Яратҡан уҡытыусым

Уҡытыусы – ул беҙҙең икенсе әсәй кеүек.

Яратҡан уҡытыусымЯратҡан уҡытыусым
Яратҡан уҡытыусым

Беҙҙе яҙырға, уҡырға, киләсәктә дөрөҫ юлға баҫырға, яҡшы кеше буларға өйрәтә улар.
Синыф етәксем һәм яратҡан уҡытыусым – Гөлдәр Лут ҡыҙы Сәмситдинова.
Тәү башлап мәктәпкә килгән саҡта ул мине йылы ҡараш менән йылмайып ҡаршы алды. Беренсе ижекте, һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға  өйрәтте. Мин дүртенсегә барам һәм тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм.

Гөлдәр Лут ҡыҙы бик яғымлы, иғтибарлы, беҙҙе ярата. Уның һәр дәресен көтөп алабыҙ. Сөнки улар фәһемле, файҙалы, ҡыҙыҡлы, күңелле үтә. Уҡытыусы булараҡ, талапсан, ғәҙел үҙе. Тирә-яҡҡа иғтибарлы, олоно оло итергә, кесегә кесеселекле булырға өйрәтә.
Һәр беребеҙҙең бәләкәс кенә йөрәгендә белемгә усаҡ ҡабыҙҙы.
Яратҡан уҡытыусыма киләсәктә һаулыҡ, сабырлыҡ һәм һәр ваҡыт шундай яғымлы булып ҡалыуын теләр инем.

Илвина ФӘЙЗУЛЛИНА.

Белорет районы,
2-cе Инйәр урта мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас