«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге видеолары аша таныйҙар кескәй баянсыны. Батыр Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының IV синыфында уҡый. Музыка мәктәбенең баян синыфына йөрөүен дә дауам итәсәк (уҡытыусыһы – Иванова Наталья Ибраһимовна). Был музыка ҡоралы яҡын уға. Атаһы яғынан күптәр электән гармунсы бит, тальянда ла уйнағандар. Әсәһе лә педагогия училищеһында уҡығанда баянды үҙләштергән. Әйткәндәй, әле Батыр уйнаған баян – әсәһенең студент сағынан ҡалған иҫтәлеге. Бына бит нисек!?
Музыка мәктәбендә уҡыуы еңелдән түгел, әлбиттә. Нота буйынса уйнарға кәрәк. Батыр интернеттан видеодәрестәр ҡарап, үҙ аллы ла байтаҡ көйҙәрҙе матур итеп башҡарырға өйрәнгән. Күңелле, дәртлеләре оҡшай малайға. «Әпипә», «Ҡарабай», «Хәтирә», «Суҡ муйыл», «Сәхипъямал», «Сафия»… «Ҡара бумер»ҙы ла өйрәнгән әле. Каникулы шулай күңелле үтә.
Батыр шулай уҡ өйҙә лә ярҙам итә. Сүкеш, шөрөп борғос кеүек эш ҡоралдары менән дә эшләй белә. Оригами – яратҡан шөғөлө. Ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәре менән дә күрешеп торалар.
Уҡыуҙы, синыфташтарын, уҡытыусыһы Әлфиә Зәбихулла ҡыҙы Таҡтаеваны һағынғайны Батыр. Быйыл Урал ҡустыһы ла уҡырға төштө бит, лицейға бергә йөрөйәсәктәр. Ҡалай шәп! Өҫтәүенә, туғаны ла баянда уйнарға өйрәнергә теләген белдергән. Күңелле буласаҡ, Алла бирһә.