– Мин кишер ашарға яратам, – ти Руслан. Мин генә түгел, ҡуян да ярата, ивет, әсәй.
Быйыл уларҙың баҡсаһында бар емеш-еләк, ямғыр ныҡ булғас, уңды! Ағалы-ҡустылы Руслан менән Асҡар маз булып әсәйҙәренә ярҙам итте.
Ике йәшлек кенә Асҡар ҙа кишер йолҡошто. Руслан, таҙалап, биҙрәләргә һалып торҙо.
– Үҫкәндәрем, уңғандарым минең! – тип маҡтай әсәйҙәре.