Балалар һауыҡтырыу биләмәһендә булып, спорт комплексы, яңы төҙөлөп ятҡан корпус-бүлмәләр менән танышҡан. Уларға бигерәк тә Ял үҙәгендәге музей оҡшаған. Экскурсовод Гөлфиә Салауат ҡыҙы Тузбәкова бик ҡыҙыҡлы итеп, шифаханаһының 100 йыллыҡ тарихына байҡау яһаған, экспонаттарҙы күрһәткән.
Балалар шулай уҡ төрлө минерал һыуҙарҙы тәмләп ҡараған. Был көндө улар изге шишмәләр сыҡҡан урынға ла барған. Балалар һыуҙа йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙең күплегенә хайран ҡалған. Ә ҡоштар уларҙың ҡулынан икмәк валсығы ашап кинәнгән.
– Әлеге сәйәхәттән бик күпте белеп ҡайттыҡ. Теләк мәмерйәһендә булыу ҙа оҡшаны. Унда һәр беребеҙ изге теләктәр теләне. Ҡабул булһын инде,– ти бер тауыштан дүртенселәр.
Кескәйҙәргә был экскурсияны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән әсәй Айһылыу Рәмил ҡыҙы Әбитәева, синыф етәкселәре Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Мәүлетҡолова, шулай уҡ Гөлфиә Салауат ҡыҙы Тузбәкова, гимназия һәм шифахана етәкселәре маҡтауға лайыҡ. Балаларҙы ныҡ ҡыуандырҙылар.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ғафури районы.