-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
2 Декабрь , 13:33

Гимназистар – «Рәсәй бөркөттәре»

Әлеге ваҡытта «Рәсәй бөркәттәре» проектында бөтә ил буйынса 5 миллион 200 меңдән ашыу бала, уҡытыусы һәм ата-әсә ҡатнаша. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс синыф уҡыусылары ла улар сафына баҫты.

Гимназистар – «Рәсәй бөркөттәре»
Гимназистар – «Рәсәй бөркөттәре»

Балалар Рәсәйҙең, Башҡортостандың, был ойошманың гимндарын башҡарҙы. Гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова тантанаға килеүселәрҙе сәләмләне. Артабан һүҙ махсус саҡырылған ҡунаҡтарға бирелде. Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса «Бала саҡ навигаторы» Бөтә Рәсәй проекты координаторы Рәсилә Әмир ҡыҙы Солтанова кескәйҙәрҙе яңы, матур, мәртәбәле исем алыуҙары менән ҡотланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Әкрәм улы Ниғмәтуллин илһөйәрлек тураһында һөйләне. Гимназистар киләсәктә мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса төрлө сараларҙа ҡатнашасаҡ. Ватаның менән ғорурланыу – халҡыңдың тарихын өйрәнеү, тыуған ереңде һаҡлау һәм яҡлау. Һүҙеңдә тора белеү – вәғәҙәләрҙе үтәү. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыу – тирә-яғыңды өйрәнеү. Өлкәндәрҙе ихтирам итеү һәм бәләкәстәрҙе яҡлау – кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу, ярҙам итергә әҙер булыу. Изгелек ҡылыу – яҡындарыңа кәрәкле һәм терәк була белеү. Был ойошмаға алынған уҡыусылар үҙҙәрен төрлө яҡлап асыр һәм төрлө йүнәлештә ҡыҙыҡһыныуҙары артыр. Сөнки ҡыйғыр бөркөттәр көслө була һәм юғарыла оса. Был исемгә улар ҙа тап төшөрмәҫ, тип ышанабыҙ.

 

 Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: