+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
28 Февраль 2025, 08:58

«Атайым – таянысым»

Был сара Бөрйән районы Яңы Усман балалар баҡсаһында уҙҙы.

«Атайым – таянысым»«Атайым – таянысым»
«Атайым – таянысым»

Барыһы ла матур байрамға дәртлёнеп йыйылды. Балаларҙың һәр сығыштарын ихлас, яратып ҡаранылар. Атайҙар үҙҙәре лә тик ултырманы, күңелле уйындарҙа ҡатнаштылар. Матур, дәртле бейеү көйө аҫтында күңелле ярыштар барҙы. Сәхнә тултырып  бейенеләр. Викторина һорауҙарына ла яуап бирҙеләр. ундағы һорауҙар замана йәнһүрәттәренән дә, атайҙарҙың бәләкәй саҡтағы ҡараған йәнһүрәттәренән дә алып төҙөлгән ине. Был уйынды Рузалия Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова алып барҙы.

Ҡасандыр һалдат булған атайҙар үҙҙәренең йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты. Уларҙың хәтер йомғаҡтарын тәрбиәсе Миләүшә Юныс ҡыҙы тағатты. Һалдат тормошона бәйле булған күңелле ваҡиғаларға һәм уйынлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. М

Ә музыка уҡытыусыһы Раушания Фәйзулла ҡыҙы үҙенең барлыҡ һәләтен кескәйҙәргә йыр-бейеү өйрәтеүгә һала. Балаларҙың сығыштарын алҡыштарға күмделәр. Сара аҙағында бәләкәстәр үҙ ҡулдары менән эшләгән асылмаларын бүләк иттеләр. Байрам барыһына ла оҡшаны.

Рузалиә ҠАҺАРМАНОВА.

«Атайым – таянысым»
«Атайым – таянысым»
«Атайым – таянысым»
«Атайым – таянысым»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас