+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Тирмәкәй
6 Марта 2025, 10:09

Яҙҙың беренсе байрамы

Яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, Бөрйән районы Яңы Усман балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре концерт ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙҙың беренсе байрамыЯҙҙың беренсе байрамы
Яҙҙың беренсе байрамы

Сара сағыу, яҙ ҡояшы кеүек йылы, балҡып үтте.
Балаларҙың һәр сығышы үҙенсәлекле, эскерһеҙ үтте, күңелдәренән дөрләп янған ут сатҡылары салынып ҡалғандай ине. Кескәйҙәрҙең дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары барыһына ла хуш килде.
– Беҙҙең ата-әсәйҙәребеҙ ҙә һәр сарала ихлас, әүҙем. Балалар менән бергә уйындарҙа ла бик теләп ҡатнашалар. Уларға айырыуса рәхмәтемде белдерәм, – ти тәрбиәсе Рузалиә Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова.

Яҙҙың беренсе байрамы
Яҙҙың беренсе байрамы
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас