Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
13 Март , 15:14

«Алтын тауҙы кем алыр?»

Ҡар иреп бөтмәҫ борон тышта рәхәтләнеп уйнап ҡалайыҡ.

«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»

 – Бөгөн тылсымлы ҡар бөртөгө беҙҙе уйнарға саҡыра. һеҙҙең менән тышта уйнап алабыҙ. Ә мин тауҙы яулау уйынын яратам, әйҙәгеҙ, «Алтын тауҙы кем алыр» икән? Уйындың шарты ошондай: кем тау башына кем беренсе менә, шул еңеүсе була, – тине бәләкәстәргә тәрбиәселәре Рузалиә Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова. 

Балалар йәһәт кенә кейенеп тышҡа атлығып сыҡты. Бөрйән районының Яңы Усман балалар баҡсаһының кескәйҙәре зыҡ ҡубып уйынға әүрәне. Саф һауа тәнгә сихәт кенә ул. Һәр береһе тауҙың хужаһы булырға теләне, аҙаҡ иһә дуҫлыҡ еңде.

Ә һеҙ тышта ниндәй уйындар уйнайһығыҙ?

«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»
«Алтын тауҙы кем алыр?»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас: