Кескәйҙәр менән бергәләп мәктәп музейының йәйләү бүлегендә башҡорт уйындарын уйнаныҡ. Шундай ихластар үҙҙәре. Күпте белеүҙәре лә һоҡландырҙы. Тәүге дәрестән һуң улар мәктәп холында урынлашҡан аквариумдағы экзотик балыҡтарҙы күҙәтте. Аҙаҡ инде дәртле көйгә апайҙар күрһәткән хәрәкәттәрҙе ҡабатлап бейеп алғас, ашханаға ашарға барҙылар.
Бәләкәстәр белем донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған ваҡытта мәктәп директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисов һәм урынбаҫары Зифа Әхтәм ҡыҙы Йомағужина ата-әсәләр менән әңгәмә ҡорҙо, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Беҙ, ҡыҙҙар һәм Чебурашка ролен уйнаған Ислам, үҙебеҙҙең беренсе тапҡыр мәктәп менән танышыу дәресен иҫкә алып, матур хәтирәләр менән бүлештек. Осрашыу ныҡ оҡшаны. Беҙҙең менән дуҫлашып өлгөргән кескәйҙәр мәктәп уҡыусыһы булырға әҙер икәндәрен күрһәтте.
Мәҙинә СӘМСИТДИНОВА,
Шайморатов синыфы уҡыусыһы.
Белорет районы, Инйәрҙәге 2-се мәктәп.