- Һеҙ Салауат кеүек батырмы?
- Һалдат ниндәй булырға тейеш?
- Унда мунса бармы?
- Былау ашаталармы?
- Ҡурҡынысмы? Окоптарҙа өшөмәйһегеҙме?
Өфөләге 308-се балалар баҡсаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир килгәйне. Кескәйҙәр уға һорауҙарын яуҙырҙы ғына.
Осрашыу «Олатай тирмә»һендә үтте. Яугир ағайҙары өсөн бейеп, йырлап күрһәттеләр. Балалар һүрәт төшөргәйне, һалдаттарға хаттар яҙғайны.
– Яуҙағы ағайҙарға, атайҙарға беҙҙең сәләмде еткерегеҙ. Уларға балалар яҙған хаттарҙы ла тапшырырһығыҙ, – тине тәрбиәсе Земфира Нәүфил ҡыҙыШәмсетдинова.
– Рәхмәт бөтәгеҙгә лә! Хаттарығыҙҙы мотлаҡ алып барып еткерермен. Уларҙы беҙ ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, стеналарыбыҙға элеп ҡуйғанбыҙ, – тине ҡунаҡ.
«Каптёр» ҡушаматлы икән яугир. Өфө ҡалаһында үҫкән. Махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Взвод командиры, «Батырлыҡ миҙалы» менән бүләкләнгән.
– Үҙегеҙҙе бәләкәйҙән ҙур тормошҡа әҙерләгеҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Көслө, түҙемле, тәртипле, белемле булып үҫегеҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, – тип матур теләктәр әйтеп хушлашты яугир.