- Балалар, әйҙәгеҙ, Искәндәрҙең ҡобайырын тыңлап ҡарайыҡ әле! – тип әйтеүем булды, бүлмәбеҙҙә тынлыҡ урынлашты. Ул да инәлтеп торманы, ҡобайырын көйләп һөйләп тә ебәрҙе.
Был малайҙы маҡтағандан-маҡтағы килә. Күптәргә өлгө булырлыҡ! Искәндәр Ҡангилдин Сибай ҡалаһының «Ҡурай » балалар баҡсаһының «Толпар» төркөмөнә йөрөй. Шул тиклем ихлас, алсаҡ,ҡыҙыҡһыныусан, торғаны артист үҙе. Уға – әле ни бары 5 кенә йәш. Төркөмдә һәр береһе менән дә дуҫ, дәрестәрҙә лә әүҙем. Отҡор, йор һүҙле, шәп малай ул.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының балалар баҡсаһы эсендә кескәйҙәр төркөмө араһында еңеүсе лә булған. «Сәсәндәр» конкурсында мөнәжәт әйтеп, үҙенең йәштәштәре араһында I урынға лайыҡ булды.
Искәндәрҙең хыялы ла бар. Халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙа уйнап өйрәнергә теләй ул.
Ләйсән ӘМИРОВА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.