Бының өсөн орлоҡтар көҙгөһөн үк сәскә түтәлдәренән йыйып алынды. Кескәйҙәр бәрхәт, цинния, петуния орлоҡтарын сағыштыра, айыра белә. Улар хәҙер үҫемлектәрҙең нисек үҫеүен үҙҙәре күҙәтә.
Бындай шөғөлдәр балаларҙа үҫемлектәр үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләй. Улар сәскәләрҙе өҙмәҫкә кәрәклеген дә аңлап үҫә.
Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА,
тәрбиәсе.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.