+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тирмәкәй
28 Апрель 2025, 09:25

Әтәс һәм уның ғаиләһе

Балаларҙы беҙҙе уратып алған донъя менән даими рәүештә таныштырып барырға кәрәк.

Әтәс һәм уның ғаиләһеӘтәс һәм уның ғаиләһе
Әтәс һәм уның ғаиләһе

Ҡош-ҡорт, кейек-януар, мал-тыуар атамаларын, һәр береһе ниндәй өн сығарыуын белеү уларҙа йәнле тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу ғына уятып ҡалмай, ә телмәрҙәрен дә байыта.

Яңыраҡ беҙҙең «Әкиәт» төркөмөнә йөрөүселәр менән «Әтәс һәм уның ғаиләһе» тигән аҙналыҡ ойошторолдо. Беренсе көндө әтәстең үҙен аппликация ярҙамында эшләнек. Икенсе көндө төҫлө буяуҙар менән биҙәп рәсем төшөрҙөк. Әтәс, тауыҡ, уларҙың һары йомроҡас ҡына себештәренең һүрәттәрен ҡараныҡ, һәр береһенең ниндәй өн сығарыуын белдек һәм ҡабатланыҡ. Уларҙың нимә менән туҡланыуын, йомортҡаның кеше организмына файҙаһы тураһында һөйләштек. «Курочка Ряба», «Петушок и бобовое зёрнышко» тип аталған урыҫ халыҡ әкиәттәрен уҡыныҡ. Эмилия Әхтәм ҡыҙы менән үткәргән был аҙналыҡ бәләкәстәргә оҡшаны.

 

 Эльвира ВЕРЗУН, тәрбиәсе.

 Өфө ҡалаһы, 226сы балалар баҡсаһы.

Әтәс һәм уның ғаиләһе
Әтәс һәм уның ғаиләһе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас