

– Өфөлә «Тамыр» телеканалының «Сулпылар-2025» бәйгеһендә ҡатнашып ҡайттыҡ. Гөлнур Яҡупова һүҙҙәре һәм Вилүр Мәүлитов көйөнә яҙылған «Әпәкәй» йырын барыһы ла ныҡ оҡшатты, – ти шатланып музыка етәксеһе Филүзә Дәүләтбаева.
Ысынлап та, Алтынай баһалама ағзаларын шаҡ ҡатырған. Йыры менән генә түгел. Ҡыҙҙың оҫта ҡуллы әсәһе уға тирмән ононан икмәк бешереп бирә. Бәйгелә сығыш яһап бөткәс, ҡулындағы тәмле әпәкәйе менән бар апай-ағайҙарҙы һыйлаған. Һай, афарин!
Зөһрә ХӘКИМОВА.