

Яңы Мөсәт мәктәбенең IV синыфында тырыш, бар ергә лә өлгөр, егәрле, талантлы, бик әүҙем уҡыусылар йыйылған. Милана Әминева, Вилдан Дәүләтшин, Тамерлан Ҡаһарманов, Розалина Ҡыуандыҡова, Йәнйегет Фәйзуллин, Айгиз Хәсәнов мәктәптә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмай. Район, республика күләмендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар.
Дүрт йыл һиҙелмәй үтеп тә китте. Әле генә тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡан кескәйҙәр үҫте. Улар бөгөн «Һау бул, башланғыс мәктәп!» байрамына йыйылды. Берсә күңелле, берсә моңһоу булды. Дүртенселәрҙе ҡотларға ата-әсәләр, өләсәйҙәр, тәүге уҡытыусылары Светлана Сабирйән ҡыҙы килде. Уҡыусылар ата-әсәләренә, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен, барлыҡ матур теләктәрен йыр, дәртле бейеү аша еткерҙе.
Шундай аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә уҡыусыларға ҙур уңыштар, яңы үрҙәр, V синыфта ла тырышып уҡыу - ҙарын теләп ҡалабыҙ.
Гөлназ ҒҮМӘРОВА. Бөрйән районы.