-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Июнь 2025, 10:10

Баянсы

Һеҙ фотола күргән спортҡа, сәнғәткә ғашиҡ был малай Камил Әхмәтов була.

Баянсы
Баянсы

Ул Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның II «А» синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Үҙен күптән беләм, тиһәм дә, яңылыш булмаҫ. Тырыш, аҡыллы, маҡсатына ынтылыусанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора.
– Был тиклем күп конкурстарҙа нисек ҡатнашырға өлгөрәһең һин? – тип һорайым. Оялсан ғына йылмайып:
– Өлгөрәм, минең ниндәй ҙә булһа башлаған эшемдең һөҙөмтәһе бит ул, – тип яуапланы Камил. Бик аҡыллы һүҙҙәр! Ныҡлабыраҡ уйлаһаң, ысынлап та шулай. Көн дауамында уның бер генә минут буш ваҡыты ла юҡ. Мәктәп, сәнғәт мәктәбе, күнекмәләр...
Уның өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән балалар баҡсаһына йөрөгән һеңлеһе көтөп тора. Бергәләп уйнайҙар, үҙҙәренең генә серҙәре лә бар. Балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡыттан уҡ

«Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ» йыр һәм башҡа конкурстарҙа лауреат дипломы менән бүләкләнә, шулай уҡ оҫта итеп бейей, был һәләт әсәһенән күскән, күрәһең. Ул да уҡыған сағында уҡ район бейеүселәр коллективының солисы була. Бер аҙ үҫә төшкәс, Камил фут бол секцияһына яҙыла. Әлеге көндә иһә уларҙың командаһы төрлө турнирҙарҙа һынатмай. Гагарин олимпиадаһы буйынса призёр. Икенсене генә бөтөүенә ҡарамаҫтан, порт фолиоһының ҡалынлығына күптәр ҡыҙығырлыҡ. Еңеүҙәр яулау өсөн ни тиклем көс, тырышлыҡ талап ителгәнен Камил үҙе генә беләлер. «Гел генә беренсе булмайһың инде. Бына шул саҡтарҙа бирешмәҫкә, тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнергә кәрәклеге тураһында атайым һәм әсәйем менән йыш һөйләшәбеҙ. Улар минең менән бергә ҡыуаналар, еңмәһәм, кәңәш бирәләр, йыуаталар.

«Ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш?» тигән һорауға оҙаҡ та уйлап тормай: «Минең атайым кеүек!» – тип яуапланы. Камилдың атаһы – полиция хеҙмәткәре, бик яуаплы эш башҡара. Конкурстарға күберәк Әлфиә Әнәс ҡыҙы йөрөтә, ҡайһы саҡта өләсәй-олатайы менән дә юлға сығалар. Сәнғәт мәктәбенә үҙ эшенең оҫтаһы булған билдәле уҡытыусы Гөлназ Фандалис ҡыҙы Төхвәтуллина дәрестәренә бик теләп йөрөй Камил. Беренсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ҙур уңыштарға өлгәшкән. Мартта Айнур Фәтихов исемендәге баянсылар һәм аккордеонсылар асыҡ конкурсына төрлө төбәктәрҙән йәш гармунсылар йыйылды. Камил 7 – 9 йәшлектәр араһында III дәрәжә лауреат исемен алды. Шулай уҡ яҡташтары Айҙар һәм Алмас Юнысовтарҙың махсус призына лайыҡ булған.

Атай-әсәйеңдең ҡыуанысы, һеңлеңдең хәстәрлекле ағайы булып, киләсәктә үҙеңдең яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын, Камил!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА. Илеш районы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас