Иртәгәһенә «Бәйләнештә» селтәрендә яҙмаларҙа кескәй Азалинаның да исемен телгә алдылар, фотоһын ҡуйҙылар. «Һомай» йырының донъя күләмендә танылыуы ҡыҙҙың да данын арттырҙы.
Ә Азалина – быға тиклем матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе исемен алып йөрөгән һылыуҡай. Тәүге тапҡыр I синыфта уҡығанда «Башҡортостан гүзәле» кон курсында Гран-приға лайыҡ булған. Арта бан «Рәсәйҙең Милли супермоделе» дефиле буйынса Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы директоры Айгөл Үтәгәнова башҡорт тамырҙарын күрһәтеп, этностилдә сығыш яһарға тәҡдим итә һәм Азалинаны Һомай образында әҙерләргә булалар.
– Мәскәүҙән ҡанаттар яҙҙырып алып, ҡыҙымды Бөтә Рәсәй бәйгеһенә әҙерләй башланыҡ. Шулай итеп, 2024 йылдың 5 июлендә «Башҡортостан гүзәле»ндә ҡатнаштыноябрҙә инде Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй милли матурлыҡ конкурсында Азалина Гран-приға лайыҡ булды,–ти әсәһе.
Бына ҡайҙан килә Азалинаның Һомай образы?! «Ҡарһылыуҡай» конкурсында ла Һомай Ҡарһылыу булып ҡатнаша ул. Гран-при ала. Ҡыҙға 2025 йылда матурлыҡ конкурсы аббассадоры титулы бирелә. Бәләкәйҙән сәхнәгә, шиғриәткә, йырға, бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына I синыфҡа барғас, 1 сентябрҙә үк тантанала йырлап, барыһын да һоҡландыра. Үҙ белдеге менән шахмат, ҡумыҙ, хатта ҡурай түңәрәктәренә яҙылып, йөрөй башлай. Пианинола уйнарға өйрәнә, инглиз телендә яҡшы итеп һөйләшкеһе килә һәм был йәһәттән дә тырыша. Синыфташтары менән төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар, конкурстарҙа ҡатнашалар. Һанай башлаһаң, быйыл II синыфты ғына тамамлаған Азалина ҡатнашҡан проекттар бик күп. «Миксико» балалар кейеме амбассадоры, йәғни рекламалаусыһы. Бер нисә ҡыҫҡа метражлы фильмда, республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында эшләнгән «Мин – тәбиғәт балаһы» клибында төшкән. «Тамыр» балалар телеканалының «Тау-тау хәбәр» тапшырыуында ҡатнашҡан, йыр ансамбле ағзаһы, «Тирмәкәй» тапшырыуы алып барыусыһы.
Азалина, башҡорт ҡыҙҙарына хас булғанса, сәсен дә оҙон итеп үҫтерә һәм Өфөлә Сания Тимасова ойошторған «Оҙонсәс» бәйгеһендә лә еңеүсе булған. Шулай уҡ донъяла матурлыҡ һәм талант конкурстары буйынса 45 таж эйәһе, Өфө һылыуҡайы Светлана Шевцова Азалинаға махсус бүләк тапшырған.
– Тырыш, ихлас ҡыҙ ул. Синыфта барыһы менән дә дуҫ, уны яраталар. Бигерәк тә әҙәби уҡыу дәрестәрендә әүҙем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе була, – ти уҡыусыһы тураһында Гөлнара Салауат ҡыҙы Хажиева.
– Бер бөртөк ҡыҙыбыҙға башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеп, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙ ғорурланырлыҡ кеше булырға яҙһын, – ти Альбина һәм Азат Сәйфуллиндар.
Беҙ ҙә башҡорт милләтен киң тарафтарҙа танытырҙай кескәй һылыуҡайға һайлаған юлында уңыштар теләйбеҙ. Беҙ һиңә ышанабыҙ, Азалина!