-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Июнь 2025, 11:14

Асланға ауылда рәхәт

Йәйҙе һәр бала һағынып көтөп ала. Аслан да апаһы Ғәйшә менән Бөр­йәндәге Яңы Усман ауылында йәшәгән өләсәһенә ял итергә барырға ярата.

Асланға ауылда рәхәт
Асланға ауылда рәхәт

Ә унда ожмах! Иркенлек тә, иреклек тә! Бөтөн нәмәне ҡа­рар­ға, тейергә, ихатала рәхәтләнеп йүгереп йөрөргә рөхсәт бар. Өләсәһе ейәненең ҡыҙыҡтарын яҙып та бара. Бәләкәй генә булһа ла, Аслан бар эште лә еренә еткереп эшләргә тырыша. Ана, хатта быҙау­ҡай­ҙарына бесән дә алып ҡайтҡан.
Уның ике айлыҡ ҡына Асия һеңлеһе бар. Үҙенең ағай икәненә ҡыуанып, Аслан туғанын да ҡарашырға өлгөрә. Ул Өфө ҡалаһының «Эко» башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. Унда бейергә, әкиәт сәхнәләштерергә ярата. Ауылда ла балалар баҡсаһына йөрөй икән.
– Балаңдың балаһы балдан татлы, тип бушҡа әйтмәгән боронғолар. Һәр береһен яратып туйып булмай. Аслан миңә баҡсалағы йәшелсәләрҙе тәрбиәләргә лә ярҙам итә, себештәргә, бәпкәләргә витамин, тип уларға кесерткән дә йол­ҡоп һала. Бер-беребеҙҙе ҡупайтып донъя көтәбеҙ. Эш ҡоралдарын үҙе һайлап, хатта ҡулына бирсәткә кейеп ала. Был витаминмы? Яуабыңды көтөп тә тормай. Эйе, ти ҙә биҙрәһен төрлө үлән менән тултыра. Кесерткән өҙгәндә ҡулын саҡтырһа, сытырайып китә лә, теге ҡоштарын уйлап, хәстәрләп, түҙә балам, – ти өләсәһе Асландың ҡыҙыҡтарын һөйләп.
Бына шундай эшһөйәр, уңған малай үҫә Ҡаһармановтар ғаиләһендә

Асланға ауылда рәхәт
Асланға ауылда рәхәт
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас