Унда I синыфтан алып VI синыфҡа тиклем уҡыусылар йөрөнө. Балалар «Түңгәүер», «Үҫәргән», «Бөрйән» ырыуҙарына бүленеп, көн һайын төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле сараларҙа ҡатнашты. Улар милли уйындар уйнаны, халыҡ йолалары менән танышты.
– Өлкән әйҙәүсе Миңнур Фәйзулла ҡыҙы Нурисламова, «Бөрйән» ырыуынан Гөлзәнә Әҙеһәм ҡыҙы Нәҙерғолова, Айзилә Заһит ҡыҙы Әмәкәсова, «Түңгәүер»ҙән Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы Шәрипова, Фәнирә Миңлебай ҡыҙы Айытҡолова, «Үҫәргән»дән Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова балаларҙың ялы күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн күп көс һалды, – ти йәйге лагерь етәксеһе Зилә Рәфҡәт ҡыҙы Абдуллина.
– Һәр көнөбөҙҙө файҙалы уҙғарырға тырыштыҡ. Ырыуҙар менән ер-һыу атамаларын, легендаларын өйрәндек, экскурсияға сыҡтыҡ, шишмәләрҙе таҙарттыҡ. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштыҡ. Ҡурай һәйкәленә, ете ырыуға арналған стелаға барҙыҡ. «Урал батыр» эпосы көнөндә ырыуҙар сығыш яһаны. Улар ҡобайырҙан өҙөктө генә сәхнәләштереп ҡалманы, һәр ырыу үҙенең билдәле шәхестәре тураһында һөйләне. Был көндө шулай уҡ башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. «Йәйләү батыры», «Йәйләү һылыуҡайы» бәйгеләрен дә ойошторҙоҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы.
«Йәйләү»ҙә һәр кемгә күңелле һәм ҡыҙыҡлы булған. Балалар рәхәтләнеп ял иткән.