Ул ойошторған «Нардуған», «Ҡарға туйы», «Һабантуй» байрамдарын балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ярата. Шулай уҡ ял минуттарында үткәргән «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм йөҙөк» милли уйындарын көтөп ала. Һәр балаға иғтибарлы, уларҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, шәхес булараҡ үҫешенә булышлыҡ итә. Гөлназ Назарова Ейәнсура башҡорт гимназияһынан һуң Туймазы педагогия колледжында белем ала. Артабан Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы мәктәпкәсә белем биреү бүлеген тамамлай .
– Балаларҙың һәр көнө файҙалы һәм маҡсатлы булһын өсөн сараларҙы алдан планлаштырып ҡуям. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйем. Экологик өмәләр, төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ата-әсәләр ҙә ихлас ярҙам итә. Бергәләп тырышҡас, уңыштарыбыҙ ҙа бихисап. Рамаҙан Туймаҡаев, Ғайса Бикәнов, Илзидә Ҡарабаева шиғыр, әкиәт һөйләүселәр, һәр саҡ призлы урындар яулай. «Гагарин кубогы»нда районда Әнүәр Дәүләтшин, София Попова еңеүсе булһа, ә Сафия Илтенбаева яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Арыҫлан Хәмитов, Самир Вәлиев, Аяз Яҡшыбаев та әүҙемлеге менән һоҡландыра. Ғөмүмән, ҡайһы бала нимәгә һәләтле, шул яҡтан үҫтерергә тырышам, – ти тәрбиәсе.
«Йәйғор» төркөмөнөң кескәйҙәре балалар баҡсаһында ғына түгел, районда ла бер саранан ҡалмай. Музыка етәксеһе Гөлшаян Миңлебай ҡыҙы менән бейеүҙәр ҙә өйрәнә. Был бәләкәстәр быйыл әҙерлек төркөмөнә күсте.
Егәрле тәрбиәсенең балаларҙың ял бүлмәһе лә милли нағыштары менән биҙәлгән. Өйөндә лә уңған хужабикә ул, гөлдәре бар донъяға йәм өҫтәй. Быйыл улдары Иҙел Ишембай ҡалаһының нефть колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Гөлназ Миңлебай ҡыҙы тырышлығы, әүҙемлеге менән «Ләйсән» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр бәхетле бала саҡ кисерә, милли рухлы булып үҫә, киләсәккә өмөт менән ҡарай.
Гөлназ Назарова исеме һеҙгә лә таныштыр, беҙҙең гәзит менән дә дуҫ, уның төрлө темаға мәҡәләләре сығып тора. Ошондай рухлы тәрбиәселәргә тик уңыштар ғына насип булһын!