-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
2 Август 2025, 13:05

Һоҡланғыс игеҙәктәр!

Арина менән Рузанна Шәмсетдиновалар Туймазы районы Иҫке Туймазы ауылында йәшәй.

Һоҡланғыс игеҙәктәр!
Һоҡланғыс игеҙәктәр!

Улар йәйге каникул көндәрендә әсәй­ҙәренә ярҙам итә. Һауыт-һаба, иҙән йыуалар. Баҡсала сүп утайҙар, сәскәләргә һыу һибәләр. Өлгөргән емеш-еләкте йыйып, төрлө ҡайнатма, һут әҙерләйҙәр. Эш бөткәс кенә урамға уйнарға сығалар, рәхәтләнеп сәпиттә йөрөйҙәр.
Был ҡыҙҙар мәктәптә лә бар яҡтан өлгөлө икән. IV синыфҡа барасаҡтар. Бигерәк әүҙем, тырыш үҙҙәре. Улар «Игеҙәктәр тураһында бөтә донъя әкиәттәре» исемле проектта ҡатнашҡан.
— Арина менән Рузанна Шәмсетдиновалар был китап өсөн әкиәти терапия күнегеүҙәре төҙөнө. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин ҡыҙҙарҙың эшен баһалап, икеһен дә «Йәш әҙәбиәтсе» дипломы менән бүләкләне.
Иң беренсе булып баҫылып сыҡҡан «Игеҙәктәр тураһындағы әкиәттәр» йыйын­тығын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан игеҙәк яугирҙарға тапшырҙыҡ. Бөтәһе — 15 ғаиләгә.
Проект дауам итәсәк. Республикабыҙҙың батыр улдарына, уларҙың ғаиләләренә тағы ла бер китап баҫтырып бүләк итергә йыйынабыҙ, — ти етәкселәре, Иҫке Туймазы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Хәләф ҡыҙы.
Әйткәндәй, был яңы китаптың авторы – Лаура һәм Данил Фәрхетдиновтар. Проекттың исеме — «Берҙәмлектә — көсөбөҙ! Яңы китап бүләк итәбеҙ!» Етәксеһе —Лира Ғиниәтуллина. Ул «Игеҙәктәр тураһындағы әкиәттәр» йыйынтығы башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡҡан.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас