Әкиәттәр уҡырға яратҡан ҡыҙ Белем байрамында шиғыр һөйләргә әҙерләнә. Йәнә "Ҡояшҡай" халыҡ хореограф бейеү мәктәбенә, "Феникс" йыр студияһына ла йөрөүен дауам итергә, бар ергә лә өлгөрөргә тырыша ул.
Ғафури районының Юлыҡ ауылында олатай-өләсәләренә ҡайтып, Еҙем йылғаһында һыу инеп, уҡыу йылы башланыуға көс йыйған Мәликә, ике ағаһы кеүек, "бишле"гә генә уҡып һөйөндөрөр әле.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.