Өфө районы Шамонин мәктәбенең I"А" синыфына уҡырға барасаҡ ул.
Ҡыҙ мәктәпкә әҙер. Апалары менән магазиндарҙа бергә йөрөп портфель һайлаған. Аҡ алъяпҡысын, таҫмаларын көн дә кейеп, тағып ҡарай.
Милена инглиз телен өйрәнеү мәктәбендә бер йыл шөғөлләнеп өлгөргән. Һүрәт төшөрөргә, велосипедта йөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә ярата. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Заһиҙә Мусинаның повесына нигеҙләнеп ҡуйылған "Килен" спектаклендә Самира, бәләкәй Сулпан ролдәрен уйнаған. Һәләтле, тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмаҫ. Уға уңыштар теләйек.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.