Шахматты уйнарға яратҡан был кескәй ҡыҙ Әбйәлил районының Асҡарҙағы 1-се мәктәбендә II синыфта белем ала.
– Был уйын миңә ныҡ оҡшай, – ти ул. – Уйнарға атайымдан өйрәндем.Биш йәшем тулғас, түңәрәккә йөрөй башланым. Әле Балалар ижад йортонда шөғөлләнәм.Минең менән был түңәрәккә туғыҙ синыфташым йөрөй. йәйгеһен дә шахмат буйынса chessking онлайн турнир уйнайым.
Роза Кәримова хәҙер ныҡ оҫтарып алған. Урал аръяғы буйынса үткәрелгән бар шахмат ярыштарында ла ҡатнашырға тырыша. Уның уңыштары ла күп. Былтыр Баймаҡ ҡалаһында уҙған турнирҙа чемпион кубогын яулай. Учалы, Хәйбулла райондарында үткәрелгән ярыштарҙа еңеп сыға.
Был ҡыҙ, шахматтан тыш, сәнғәт мәктәбендә фортепьяно серҙәренә лә өйрәнә. Унда дүрт йәшенән шөғөлләнә башлаған.
– Роза бер минутын да бушҡа үткәрмәй. Үҙенә файҙалы шөғөл табып ҡына тора. Тасуири итеп шиғыр ятларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, пластилин төрлө һындар әүәләргә лә ярата. Уҡытыусылары Лилиә Әхтәм ҡыҙы Зәйнетдинова ла үҙен маҡтап бөтә алмай. Уның менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торалар. Бөтә Рәсәй 3D моделирование конкурсында II урын яуланы. Һеңлеһе Ленаға ла терәк ул, – ти әсәһе.
Бына шундай һоҡланғыс ҡыҙ үҫә Әбйәлилдә. Уға тағы ҙурыраҡ уңыштар теләйек.