Баҡсыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән башҡорт шағирәһе, балалар яҙыусыһы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «Сабый күңелле шағирә» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде.
Кескәйҙәр китап донъяһына сәйәхәт итте. Кәтибә Кинйәбулатова ижады менән таныштылар, уның шиғырҙарын ятланылар. Бергәләп уйнап та алдылар.