Тирмәкәй
10 Ноября 2025, 12:12

Торатауға сәйәхәт

Көҙҙөң сағыу матур бер ялында Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се гимназияһының II «В» синыфы уҡыусылары етәкселәре Таңһылыу Сәғит ҡыҙы Фәметдинова менән Торатауға үрләне. Малайҙар һәм бер-береһе менән ярыша-ярыша тауға менде.

Торатауға сәйәхәтТоратауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт

 – Бында һирәк осраған үләндәрҙе, диңгеҙ таштарын күрҙем, – ти Зарина Ноғоманова.

– Ә баҫҡыстар эшләнгәс, барыһына ла менеүе уңайлы, арып китһәләр, эскәмйәгә ултырып ял да итә алалар, – тип һүҙгә ҡушылды Динис Ғатауллин.

Торатауға менгәс, балалар һоҡланып тирә-яҡты күҙәтте. Бына ҡайҙа матурлыҡ! Тау башында улар бергәләп төрлө уйындар ҙа уйнап алды.

Уҡыусылар тирмә формаһында эшләнгән музейҙа ла булды. Атай-әсәйҙәре менән тәмле сәйҙән һуң өйҙәренә таралышты. Уларға был көн иҫтәлек булып һаҡланыр.

Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас