Тирмәкәй
11 Ноября 2025, 06:24

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

«Тирмәкәй» балалар баҡсаһы бөгөн гөрләп тора. Һаулыҡ көнөнә өлкәндәр төркөмө йыйылған.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡҺаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

 – Тамерлан, тиҙерәк! Шәберәк!

 – Сафия, ҡалышма! – тип бер-береһен ҡеүәтләп тә тора улар.

Ә бына «Ҡояшҡай»ға йөрөүсе балалар киләһе йыл уҡыуға ла әҙерләнә.

– Бөгөн беҙ һаулыҡ көнөн үткәрҙек. Йүгереүҙә иң етеҙе Рамаҙан Ишбулатов булһа, ә Тамерлан Ғәбитов алыҫлыҡҡа һикереүгә сос. Ҡыҙҙарым да шәп. Армина Сафина һығылмалы, күнекмәләрҙе оҫта эшләй. Сафия Фәхрисламова иһә пресс эшләргә ярата. Ғөмүмән, һәр береһе физик яҡтан үҫешкән. Атай-әсәйҙәр ҙә балаларының һаулыҡтарына ныҡ иғтибар бирә. Сәләмәт кеше генә йәмғиәтебеҙгә файҙа килтерә ул, – ти тәрбиәселәре Әлиә Вәхит ҡыҙы Сәйетғәлина.

Һаулығың – байлығың, тиҙәр. Быны һәр кем аңлаһын ине. Бөтә балалар ҙа һау булып үҫһендәр.

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас