Улар тураһында күп уҡый, төрлө мәғлүмәт эҙләй. Йәнһүрәттәге игеҙәк Вупсень менән Пупсень исемле ҡарышлауыҡтар хаҡында ла белә икән. Шулай уҡ үҙе бәләкәй генә тәжрибә үткәреп тә ҡараған. Йәйгеһен миндеккә барғанда алып ҡайтҡан ҡарышлауыҡтарға көн тәртибе төҙөп, ашау-йоҡлауҙарын күҙәткән. Шуға ла иң яратҡан дәресе — тирә-яҡты өйрәнеү.
Ике йыл Руфина акробатика түңәрәгендә шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, гел I һәм II урындарҙы яулай.
— Мин шулай уҡ һүрәт төшөрөргә яратам. Бигерәк тә диңгеҙҙә ҡояш байыу мәлен һынландырырға әүәҫмен. Атайымдың портретын эшләп ҡараным, минеңсә, матур ғына килеп сыҡты. Минең тыуған яғым, Республика көнөнә бағышланған һүрәттәрем дә бар. Уларҙы уҡытыусым Гүзәл Иршат ҡыҙы мәктәптә иғлан ителгән конкурсҡа тапшырҙы, — ти ул.
Тағы ла шуны әйтеп үтәйем әле: беҙҙең Руфинабыҙ тасуири итеп башҡортса шиғыр һөйләргә оҫта. Ныҡ килештерә. Үҙенең ҡурсаҡтарына ла матур итеп әкиәт һөйләп йоҡларға һала.
Ял көндәрендә бөтә ғаиләһе менән сәйәхәткә сығырға, яратҡан өләсәй-олатайҙарына ауылға барып ярҙам итергә онотмай.
Руфинаға киләсәктә бәхетле бала саҡ теләйем.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы.