Тирмәкәй
14 Ноября 2025, 04:00

Барыһын да һоҡландыра

Әлсинә Байымова — Өфөләге Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Ул быйыл белем усағының I «Г» синыфына уҡырға барҙы. Бик тырыш ҡыҙ. Һәр көнөн алдан планлаштырып ҡуя.

Барыһын да һоҡландыраБарыһын да һоҡландыра
Барыһын да һоҡландыра

Дәрестән һуң аҙнаһына 3 тапҡыр бассейнға йөрөй, 2 тапҡыр инглиз телен өйрәнергә бара. Шулай уҡ башҡорт телен яҡшы белер өсөн «Таланттар ҡалаһы»на түңәрәккә лә яҙылған. Әйткәндәй, күптән түгел ҡала буйынса «Илһам» бәйгеһенең «Уҡытыусы — уҡыусы» номинацияһында III урын яулаған.
Бейергә лә ярата ул, шуға ла «Бэби Денс» клубына барыуҙы ла ҡалдырмай. Шулай уҡ Әлсинә һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Гимназиялағы «Тылсымлы ҡәләм» түңәрәгендә шө­ғөлләнеүҙе лә көтөп ала. Йәнә ваҡыт табып, Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллинанан ҡумыҙҙа уйнау сер­ҙәренә төшөнә.
Һис кенә лә ваҡытын буш­ҡа уҙғармай. Бигерәк өлгөр, тынғыһыҙ инде үҙе. Барыһын да һоҡландыра Әлсинә.


Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас