Беҙҙен илебеҙ халыҡтарының, уларҙын мәҙәниәте һәм телдәренең күп төрлөлөгө менән бай һәм көслө. Киләсәк быуынды ошо илдең лайыҡлы граждандары итеп үҫтереү балалар баҡсаһынанбашлана.
Өфө ҡалаһының 202-се «Аманат» полилингваль балалар баҡсаһы балаларҙың телмәрен төрлө телдә асыу һәм үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Был эште беҙ Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙын тарихына, мәҙәниәтенә, борондан килгән йолаларына һәм көнкүрешенә таянып алып барабыҙ.
Октябрь – ноябрь айҙарында үткән саралар Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Айырыуса ата – әсәләр менән берлектә үткән йәрминкә барыһына ла бик оҡшаны. Һәр төркөм милли кейемдәрҙә төрлө милли аш-һыу тәҡдим итеп кенә ҡалманы, ә уларҙын йырҙарын йырлап, ғөрөф –ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәтеп сығыш яһанылар. Балалар төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙарға ҡушылып йырланылар, бейенеләр, яңы һүҙҙәр өйрәнделәр. Ата –әсәләрҙен әүҙемлеге, йолаларға һәм халыҡ ижадына битараф булмауы, балаларҙа ла халыҡ мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итә. Юғары патриотик рухта үткән сара балаларҙын хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ!
Зәбирә БИКБАЕВА,
балалар баҡсаһының етәксеһе.