-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Ноябрь 2025, 14:16

Кескәйҙәр ҙә берләшә

Илебеҙҙә 2021 «Рәсәй бөркөттәре» проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Кескәйҙәр ҙә берләшә
Кескәйҙәр ҙә берләшә

 Унда башланғыс синыф уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, педагогтар, ата-әсәләр ҡатнаша. Илебеҙҙә 4 миллион ҡыҙ һәм малай ошо хәрәкәткә ҡушылған. Республикабыҙ төбәктәрендә «Рәсәй бөркөттәре»нең сафтары тағы ла тулыланды. Төрлө тарафтарҙа балаларҙы ойошмаға ҡабул итеү тантаналары уҙҙы.

Кескәйҙәрҙе берҙәмлеккә, илһөйәрлеккә, яуаплылыҡҡа өйрәтеүсе хәрәкәттә балалар етәкселәре менән 7 йүнәлеш буйынса ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, «бөркөт» исемен яуларға тырыша. Мәҫәлән, «бөркөт-лидер», «бөркөт-тарихты һаҡлаусы», «бөркөт-эрудит», «бөркөт-оҫта», «бөркөт-спортсы», «бөркөт-эколог».

Республика кимәлендә икенсе йыл инде «Ҙур ғаилә уйындары» ярышы ойошторола. Унда кескәйҙәр атайҙары һәм әсәйҙәре менән ҡатнаша. Быйыл мәктәп һәм район-ҡала этаптарында 69 төбәктән 3 мең ҡыҙ һәм малай көсөн һынаны. Ә иң көслө ғаиләләр Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында ярышты. Фотола Ҡыйғы районынан I урын яулаған Хажиевтар ғаиләһен күрәһегеҙ.

Фото: com.

 

Кескәйҙәр ҙә берләшә
Кескәйҙәр ҙә берләшә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас