-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
13 Ғинуар , 15:48

Гран-при яулаған

Азалина көҙгө алдында бөтөрөлөп-бөтөрөлөп ала. Бөгөн бит ул матурлыҡ конкурсында ҡатнаша. Ҡайһы күлдәгендә сибәрерәк күренер икән?  – Әсәй, ошо алһыу күлдәгем нисек? Миңә оҡшаймы?  – Матурҡайым, һиңә ҡайһы күлдәгеңде кейһәң дә килешә. Әйҙә, беҙ ошо күкһел төҫтәгеһен һайлайыҡ.

Гран-при яулаған
Гран-при яулаған

Был һылыуҡай Азалина Ҡаҙнабаеваға – ни бары 4 йәш. «Хазина» полилингваль балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстең бер генә буш минуты юҡ. Башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Оҫта итеп бейей һәм йырлай. Ағаһы Бәхтейәр һәм Динислам менән пазл йыйырға ярата.

         Тәрбиәселәре Гөлнара Зәбир ҡыҙы Сафина һәм Нурсилә Вәхит ҡыҙы Зәйнетдинова ҡыҙсыҡтың бар һәләттәрен асырға тырышып ҡына тора. Ял көндәрендә Зарина Фәрит ҡыҙы Йәнбирҙина етәкләгән «Һомай-Урал аръяғы» матурлыҡ студияһына ла йөрөргә өлгөрә.  Әсәһе Әлиә менән торт, капкейктар бешерергә ярата.

         Бәләкәс матурҡай атай-әсәйҙәрен уңыштары менән дә ҡыуандыра.  Асҡарҙа һәм Өфөлә үткәрелгән «Ҡарһылыу-2025» конкурстарында Гран-при яуланы.

– Киләсәктә атайым кеүек кеше ғүмерен ҡотҡарыусы булам, – ти ул.

         Бар хыял-маҡсаттарың тормошҡа ашһын, һылыуҡай!

Гран-при яулаған
Гран-при яулаған
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас