Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
4 Февраль , 16:35

Кескәй саңғысылар

Был бәләкәй саңғысылар кемдәр, тиһегеҙме? Бер туған Орловтар.

Кескәй саңғысылар
Кескәй саңғысылар

Димаға – 7, Женяға – 4, ә кескәй Әминәгә – 3 йәш кенә. Улар ҡышҡы һыуыҡтан бер ҙә ҡурҡып тормай. Саф һауала рәхәтләнеп саңғы шыуалар.
Атайҙары Александр Орлов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Әсәй­ҙәре Гөлсәриә Төхвәт ҡыҙы балаларҙы яңғыҙы тәрбиәләй. Әле бына ул кескәйҙәргә саңғы алып биргән икән.
– Балаларҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Бына бөгөн бергәләп саңғы шыуырға сыҡтыҡ. Ныҡ күңелле булды. Мин үҙем дә саңғыла йөрөргә яратам, – ти тәрбиәсе апайҙары Миңзәлә Мират ҡыҙы Үҙәнбаева.
Дима Орлов – балалар баҡсаһының ғорурлығы. Бөтәһен дә һоҡландыра ул. Шәп спортсы, шашка буйынса район ярышында гел призлы урын яулай. «Беҙ – гагаринсылар» республика конкурсының төбәк-ара этабына сыҡҡан. Был бәйгелә лә уға уңыш юлдаш булһын.
Женя менән Әминә ағайҙарынан өлгө ала. Уларҙы Дима ҡарап ҡына йөрөтә.



Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.
Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылы.

Кескәй саңғысылар
Кескәй саңғысылар
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас